Всего материалов в каталоге: 11
Показано материалов: 1-10
Страницы: 1 2 »

Мои статьи | Просмотров: 286 | Добавил: AskarDD | Дата: 14.05.2018 | Комментарии (0)

Һин – супер, Зарема!

 

Яңы ғына Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва Мәскәүҙә үҙенең сығышы менән бөтә илде шаулатҡайны. Әле бына Әбйәлил районының Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, IX синыф уҡыусыһы Зарема Шәйхетдинова НТВ каналы саҡырыуы буйынса «Һин – супер!» проектының 2-се миҙгелендә һынау тотасаҡ.

Зарема өсөн был тәүге бәйге түгел. 2016 йылда ҡыҙ «Йондоҙлоҡ» Бөтә Рәсәй художестволы ижад конкурсында I урын яулай. Ул саҡта Мәскәүгә Рәсәйҙең 19 төбәгенән 220 бала йыйыла. Ҡатнашыусыларҙы дүрт: «Вокал», «Хореография», «Театр», «Оригиналь жанр» номинацияһы буйынса һайлап алалар. Зарема алыш иң ҡыҙыу барған «Вокал»да еңеүсе була.
– Бәләкәйҙән йырларға ярат­ҡан Заремабыҙҙың яулаған уңыштары етерлек. 2013 йылда ул Дзержинск ҡалаһында үткән «Дуҫтар янында – 2013» VI Бөтә Рәсәй фес­тиваленән дипломант булып ҡайтты. Шул уҡ йылда Ульяновскиҙа һәләтле балалар­ҙың халыҡ артисткаһы Валентина Леонтьеваға арналған «Гәлсәр башмаҡ» исемле музыкаль фестиваль-конкурсы уҙғайны. Заремабыҙ унда ла дипломант булды. Уҙған йыл Дүртөйлөлә ойошторол­ған «Яҙғы тамсы» республика конкурсында I урынға лайыҡ булды. Ә бына «Бала саҡ йондоҙҙары» республика бәйгеһендәге еңеүе уға ил кимәлендә сығыш яһау хоҡуғы бирҙе лә инде. Сәмле ҡыҙ тәүге йылда – икенсе, киләһе йылына беренсе урын алыу­ға өлгәште.
«Йондоҙлоҡ» Бөтә Рәсәй конкурсына Зарема вокал буйынса остазы Сәғит Хызыров менән «Бер алманы бишкә бүләйек» йырын һайланы. Матур итеп милли кос­тюмдар тектерҙек. Бик етди әҙерләнде һәм бына тигән итеп сығыш яһап, конкурс­ты ойоштороусы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының, балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаментының дипломына лайыҡ булды.
2017 йылдың сентябрендә НТВ каналы ойошторған «Һин – супер!» конкурсына заявка бирҙек. Декабрҙә скайп аша тыңлап ҡаранылар. Оҙаҡламай саҡырыу килеп төштө, – ти ғорурлыҡ менән директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Рәйлә Шәйхислам ҡыҙы Сирубаева.
Әйткәндәй, Зареманың бер туған ҡус­тыһы Басир ҙа – бик һәләтле малай. Уның да тауышы бик матур икән. Ә шиғырҙары беҙҙең «Йәншишмә» гәзите биттәрендә даими баҫылып тора. Апаһы менән икеһе лә яҡшы уҡый­ҙар.
НТВ каналы ойошторған «Һин – супер!» проекты шуныһы менән үҙенсәлекле, унда тик балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр генә ҡатнаша. Эйе, тормошта уларға бер нәмә лә еңел бирелмәй. Башҡа балалар менән сағыштырғанда, был ҡыҙҙар, малайҙарға үҙҙәрен күрһәтеү, талантын асыу мөмкинлеге күпкә ҡыйыныраҡ. Ошондай проекттар улар өсөн бик тә кәрәкле.
Һәр кем еңеү тураһында хыяллана, әлбиттә. Ләкин бындай мәртәбәле сарала ҡатнашыу ғына ла оло бәхет түгелме ни?! Жюри составында ла кемдәр бит әле: билдәле композитор Игорь Крутой, йырсылар – Сергей Лазарев, Юлианна Караулова һәм продюсер Виктор Дробыш.
Халыҡ-ара шоуҙа Рәсәй төбәктәренән һәм элекке СССР-ға ҡараған республикаларҙан барлығы 82 бала ҡатнашасаҡ. Был бәйгене тағы ла сағыуыраҡ, күркәмерәк итәсәк.
Финалға сығыусылар оло тормошҡа юллама аласаҡ. Талантлы яҡташыбыҙ, баш­ҡорт ҡыҙы Зарема Шәйхетдиноваға уңыштар теләйек. Ҡатнашыусылар өсөн тауыш йыйыу башланды ла. Әйҙәгеҙ, ошо һылтанма аша http://www.ntv.ru/peredacha/Super/team/68240/17831/ Заремаға тауыш бирәйек. Әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар! Һәр шәмбе киске сәғәт 8-ҙә тапшырыуҙы ҡарап барырға онотмағыҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Мои статьи | Просмотров: 420 | Добавил: AskarDD | Дата: 19.02.2018 | Комментарии (0)

Асҡар балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Зарема Шәйхетдинова «Йондоҙлоҡ» Бөтә Рәсәй художестволы ижад конкурсында I урын яуланы

IMG_6707

Иҫ белгәненән йырлап йәшәгән Зарема өсөн был тәүге һынау түгел. Өс йыл рәттән «Баласаҡ йондоҙҙары» республика бәйгеһендә ижади һәләтен һынаған. Тәүге йылда – өсөнсө, былтыр икенсе урын алһа, быйыл еңеүгә ирешкән ҡыҙ, ил кимәлендә сығыш яһау хоҡуғына эйә булды. Финалға ҡәҙәр ойошторолған ярымфиналға балалар йортонда етди әҙерләнәләр. Зарема яңы йыр өйрәнә, сәхнә кейеме лә һатып алалар. Ләкин йәш талант эйәһе туранан-тура финалға — Мәскәүгә саҡырыу ала.
Шунан башлана ла инде күңелле ығы-зығы: юлға йыйыныу, конкурсҡа әҙерләнеү мәшәҡәттәренән балалар йортонда шау-шыу ҡуба. Учреждение етәкселеге бағымсылар эҙләү менән мәж килгәндә, Зарема район мәҙәниәт йортонда вокал буйынса шөғөлләнә. Илдең баш ҡалаһында башҡорт һылыуы халыҡ йырын башҡарырға, милли сәнғәтебеҙҙе сағылдырырға тейеш тигән ҡарарға киләләр. «Зареманың тауыш мөмкинлеге киң, шуға уның халыҡ йырын башҡара алыуына бер шигебеҙ ҙә булманы», — ти балалар йортоноң ойоштороу-сы педагогы Айгөл Ишбулатова. Вокал буйынса остаз Сәғит Хызыров ярҙамы менән З. Шәйхетдинова «Бер алманы бишкә бүләйек» йырын өйрәнә. Йырға музыкаль оҙатыу яҙҙырыуҙы үҙ оҫталары Фәрит Ихсанов менән ҡурайсы Рөстәм Баһаув башҡара. Ул арала «Лилиә» ательеһында тектерелгән милли костюмы ла әҙер була.
— Тәғәйен көндә бик яҡшы «ҡоралланып» самолетта баш ҡалаға остоҡ, алда ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, танышыуҙар, сәмле бәйге һәм иҫ киткес тәьҫораттар көтә ине, — тип һүҙҙе дауам итә ҡыҙҙы оҙатып йөрөтөп алып ҡайтҡан Айгөл Нәҙир ҡыҙы.

Мәскәү янындағы «Березки» ял йортона урынлаша баш ҡала ҡунаҡтары. Конкурс программаһы үҙ эсенә фәҡәт бәйгене генә алмай, ә бик мауыҡтырғыс итеп ҡорола. Илдең төрлө субъекттарынан килгән йыр-бейеүгә, актерлыҡ оҫталығына маһир һәм үҙенсәлекле талант эйәләре өсөн алты көнлөк онотолмаҫ ял ойошторола. Көн һайын кисәләр, төрлө осрашыуҙар, спорт ярыштары үткәрелә. Әлбиттә, ниндәй сәбәп менән йыйылыуҙары хаҡында ла онотмай балалар: көн дә репетицияларға йөрөй, Рәсәй сәнғәтенең танылған йондоҙҙары ҡатнашлығындағы мастер-кластарҙа һабаҡ ала, «түңәрәк өҫтәл»дәр эшенә ҡушыла. Йәш яҡташыбыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Светлана Рыбалченкола халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы дәресен алһа, заманса эстрада вокалы буйынса театр һәм кино актеры, «Go-music» балалар музыкаль студияһы етәксеһе Андрей Грачевта мастер-класс үтә.
Конкурсты асыу тантанаһынан һуң, һәр номинация буйынса айырым бәйгеләр дауам итә. Йырға маһирҙар байтаҡ була. Финалға бөтәһе 19 вокалсы сыға.
– Бәйгегә еңәм тигән маҡсат менән килдем. Шуға дәғүәселәремде күргәс, ҡаушау тойғоһо ялмаманы, күңелемдәге ышаныс һәм тыныслыҡты юғалтманым, – ти киләсәген йыр сәнғәтенә бәйләү хыялы менән янған Әбйәлил ҡыҙы. Моңһоҙҙарҙы моңландырырлыҡ итеп, йырҙың бәҫен белеп, бик оҫта башҡара йәш йырсы. Аһәңле башҡорт йырын жюри тын ҡалып тыңлай. Һөҙөмтәлә Краснодар, Камчатка, Ҡазан, Белгород, Әстрәхан, Силәбе һәм башҡа тарафтар-ҙан йыйылған йыр оҫталары араһында Зарема еңеүсе тип табыла. Конкурсты ойоштороусы РФ Мәғариф һәм фән министрлығының һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департамантының Дипломы менән билдәләнә ул.
Эш бөткәс, уйнарға ярай тигәндәй, конкурстан һуң ҡалған ваҡыт балалар-ҙың ялына арнала. Мәскәү буйлап экскурсияла йөрөйҙәр – Ҡыҙыл майҙанда, ВДНХ-ла булалар. Конкурсанттар өсөн фотосессия ла уҙғарыла. Яңы дуҫтар табыу, аралашыу өсөн дә яйы табыла. Зарема үҙенә бик яҡшы әхирәттәр таба, хәҙер улар менән витуаль бәйләнеш тота. Сараны ябыу тантанаһы Арбаттағы Үҙәк журналистар йортонда үтә. Еңеүсе булараҡ З. Шәйхетдиноваға гала-концертта сығыш яһау бәхете йылмая.
Ҙур еңеү менән ҡайтҡан ҡыҙҙы балалар йорто коллективы ҙурлап ҡаршы алды. «Бөтә «ғаиләбеҙ» исеменән йәш йондоҙобоҙҙо тәбрикләйбеҙ, уға уҡыуында (әйткәндәй, Зарема Рауил мәктәбендә 8-се класта «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә уҡып йөрөй, спортта алдынғы) һәм ижади уңыштар теләйбеҙ», – тип балалар йорто директоры И. Н. Хәлилов һәләтле ҡыҙға изге теләктәр юллап, шәп кеҫә телефоны бүләк итте.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Мои статьи | Просмотров: 473 | Добавил: AskarDD | Дата: 19.10.2016 | Комментарии (0)

 

.

УФА, 6 окт 2016. /ИА «Башинформ», Эльмира Сабирова/.

Воспитанница Аскаровского детского дома Зарема Шайхетдинова завоевала первое место на всероссийском конкурсе художественного творчества детей – воспитанников организаций для детей-сирот и детей, оставшихся без попечения родителей «Созвездие». Зарема стала лучшей в номинации «Вокал».

В конкурсе участвовали около 220 детей. В Москву приехали юные дарования из 19 регионов России. Лучших выбрали по четырем номинациям: «Вокал», «Хореография», «Театр» и «Оригинальный жанр». Как отметили в Минобрнауки РФ, самая острая борьба развернулась в вокальной номинации, где победу одержала талантливая исполнительница из Башкортостана. Также в тройке призеров представители Краснодарского края и Республики Татарстан

 

Мои статьи | Просмотров: 446 | Добавил: AskarDD | Дата: 18.10.2016 | Комментарии (0)

"Интеллектуальная игра «Ума палата» в рамках проекта Приволжского федерального округа «Вернуть детство» определила сильнейшую команду ребят среди воспитанников детских домов Республики Башкортостан" . Об этом пишет газета "Белебеевские известия". Статья Валентины Макушевой.

Мои статьи | Просмотров: 506 | Добавил: AskarDD | Дата: 26.11.2014 | Комментарии (0)

Извещение о проведении электронного аукциона по определению поставщика на поставку МФУ, принтера и ноутбука.
Мои статьи | Просмотров: 515 | Добавил: AskarDD | Дата: 30.09.2014 | Комментарии (0)

Извещение о проведении электронного аукциона по определению поставщика на выполнение работ по текущему ремонту помещений (замена деревянных оконных блоков на окна ПВХ) из материала Исполнителя (оконных блоков, расходных материалов) в помещениях детского дома.
Мои статьи | Просмотров: 516 | Добавил: AskarDD | Дата: 30.09.2014 | Комментарии (0)

О первом опыте сотрудничества с Аскаровским детским домом пишет Благотворительный фонд "Русская береза".

Мои статьи | Просмотров: 571 | Добавил: AskarDD | Дата: 24.01.2014 | Комментарии (0)

Татаррстандағы Ак барыҫ. Ижад мәрхәмәтлек фонды йыл һайын ата-әсә һөйөүенән мәхрүм калған Волга буйы федераль округы балалары араһында төрлө конкурстар үткәрә, унда еңеүселәрҙе билдәләп, яңынан-яңы ижад үрҙәренә әйҙәй.

Мои статьи | Просмотров: 505 | Author: Р.Сирубаева, заместитель директора | Добавил: AskarDD | Дата: 10.03.2013 | Комментарии (0)


1-10 11-11