13:23
Их, күңелле старттар!

"Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн күңелле старт уйыны уҙғарылды. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия спорт ярыштарын хоҡуҡ боҙоу һәм енәйәт ҡылыуҙы иҫкәртеү, балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторҙо.

Балалар һәм тәрбиәселәрҙән торған дүрт команданы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Нәдилә Фәттәхова менән йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Шайморат Нәбиуллин тәбрикләне.

Быға тиклем биш-алты йыл дауамында был ярыш балалар йортонда уҙһа, беренсе тапҡыр "Батыр"ҙа үтте. Тренерҙар Руслан Илһамов менән Руслан Ғәлләмов эстафеталарҙы ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо. Тәрбиәселәр һәм балалар сәмләнеп күңелле старттарҙа ҡатнашты. Ярышта еңеүселәр грамоталар һәм шәп бүләктәр алып ҡыуанды. Иң һуңынан балалар рәхәтләнеп бассейнда йөҙҙө һәм "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәренә, ярышты ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты

Просмотров: 386 | Добавил: AskarDD | Рейтинг: 0.0/0