Моң эйәһе Зарема

 

IMG_6707Иҫ белгәненән йырлап йәшәгән Зарема өсөн был тәүге һынау түгел. Өс йыл рәттән «Баласаҡ йондоҙҙары» республика бәйгеһендә ижади һәләтен һынаған. Тәүге йылда – өсөнсө, былтыр икенсе урын алһа, быйыл еңеүгә ирешкән ҡыҙ, ил кимәлендә сығыш яһау хоҡуғына эйә булды. Финалға ҡәҙәр ойошторолған ярымфиналға балалар йортонда етди әҙерләнәләр. Зарема яңы йыр өйрәнә, сәхнә кейеме лә һатып алалар. Ләкин йәш талант эйәһе туранан-тура финалға — Мәскәүгә саҡырыу ала.
Шунан башлана ла инде күңелле ығы-зығы: юлға йыйыныу, конкурсҡа әҙерләнеү мәшәҡәттәренән балалар йортонда шау-шыу ҡуба. Учреждение етәкселеге бағымсылар эҙләү менән мәж килгәндә, Зарема район мәҙәниәт йортонда вокал буйынса шөғөлләнә. Илдең баш ҡалаһында башҡорт һылыуы халыҡ йырын башҡарырға, милли сәнғәтебеҙҙе сағылдырырға тейеш тигән ҡарарға киләләр. «Зареманың тауыш мөмкинлеге киң, шуға уның халыҡ йырын башҡара алыуына бер шигебеҙ ҙә булманы», — ти балалар йортоноң ойоштороу-сы педагогы Айгөл Ишбулатова. Вокал буйынса остаз Сәғит Хызыров ярҙамы менән З. Шәйхетдинова «Бер алманы бишкә бүләйек» йырын өйрәнә. Йырға музыкаль оҙатыу яҙҙырыуҙы үҙ оҫталары Фәрит Ихсанов менән ҡурайсы Рөстәм Баһаув башҡара. Ул арала «Лилиә» ательеһында тектерелгән милли костюмы ла әҙер була.
— Тәғәйен көндә бик яҡшы «ҡоралланып» самолетта баш ҡалаға остоҡ, алда ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, танышыуҙар, сәмле бәйге һәм иҫ киткес тәьҫораттар көтә ине, — тип һүҙҙе дауам итә ҡыҙҙы оҙатып йөрөтөп алып ҡайтҡан Айгөл Нәҙир ҡыҙы.

Мәскәү янындағы «Березки» ял йортона урынлаша баш ҡала ҡунаҡтары. Конкурс программаһы үҙ эсенә фәҡәт бәйгене генә алмай, ә бик мауыҡтырғыс итеп ҡорола. Илдең төрлө субъекттарынан килгән йыр-бейеүгә, актерлыҡ оҫталығына маһир һәм үҙенсәлекле талант эйәләре өсөн алты көнлөк онотолмаҫ ял ойошторола. Көн һайын кисәләр, төрлө осрашыуҙар, спорт ярыштары үткәрелә. Әлбиттә, ниндәй сәбәп менән йыйылыуҙары хаҡында ла онотмай балалар: көн дә репетицияларға йөрөй, Рәсәй сәнғәтенең танылған йондоҙҙары ҡатнашлығындағы мастер-кластарҙа һабаҡ ала, «түңәрәк өҫтәл»дәр эшенә ҡушыла. Йәш яҡташыбыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Светлана Рыбалченкола халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы дәресен алһа, заманса эстрада вокалы буйынса театр һәм кино актеры, «Go-music» балалар музыкаль студияһы етәксеһе Андрей Грачевта мастер-класс үтә.
Конкурсты асыу тантанаһынан һуң, һәр номинация буйынса айырым бәйгеләр дауам итә. Йырға маһирҙар байтаҡ була. Финалға бөтәһе 19 вокалсы сыға.
– Бәйгегә еңәм тигән маҡсат менән килдем. Шуға дәғүәселәремде күргәс, ҡаушау тойғоһо ялмаманы, күңелемдәге ышаныс һәм тыныслыҡты юғалтманым, – ти киләсәген йыр сәнғәтенә бәйләү хыялы менән янған Әбйәлил ҡыҙы. Моңһоҙҙарҙы моңландырырлыҡ итеп, йырҙың бәҫен белеп, бик оҫта башҡара йәш йырсы. Аһәңле башҡорт йырын жюри тын ҡалып тыңлай. Һөҙөмтәлә Краснодар, Камчатка, Ҡазан, Белгород, Әстрәхан, Силәбе һәм башҡа тарафтар-ҙан йыйылған йыр оҫталары араһында Зарема еңеүсе тип табыла. Конкурсты ойоштороусы РФ Мәғариф һәм фән министрлығының һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департамантының Дипломы менән билдәләнә ул.
Эш бөткәс, уйнарға ярай тигәндәй, конкурстан һуң ҡалған ваҡыт балалар-ҙың ялына арнала. Мәскәү буйлап экскурсияла йөрөйҙәр – Ҡыҙыл майҙанда, ВДНХ-ла булалар. Конкурсанттар өсөн фотосессия ла уҙғарыла. Яңы дуҫтар табыу, аралашыу өсөн дә яйы табыла. Зарема үҙенә бик яҡшы әхирәттәр таба, хәҙер улар менән витуаль бәйләнеш тота. Сараны ябыу тантанаһы Арбаттағы Үҙәк журналистар йортонда үтә. Еңеүсе булараҡ З. Шәйхетдиноваға гала-концертта сығыш яһау бәхете йылмая.
Ҙур еңеү менән ҡайтҡан ҡыҙҙы балалар йорто коллективы ҙурлап ҡаршы алды. «Бөтә «ғаиләбеҙ» исеменән йәш йондоҙобоҙҙо тәбрикләйбеҙ, уға уҡыуында (әйткәндәй, Зарема Рауил мәктәбендә 8-се класта «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә уҡып йөрөй, спортта алдынғы) һәм ижади уңыштар теләйбеҙ», – тип балалар йорто директоры И. Н. Хәлилов һәләтле ҡыҙға изге теләктәр юллап, шәп кеҫә телефоны бүләк итте.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Категория: Мои статьи | Добавил: AskarDD (19.10.2016)
Просмотров: 474 | Рейтинг: 0.0/0