Всего материалов в каталоге: 11
Показано материалов: 11-11
Страницы: « 1 2

Рауил ауылында урынлашҡан балалар йортондағы хеҙмәткәрҙәр тәрбиәләнеүселәренә Белем байрамы уңайынан үҙенсәлекле байрам ойошторҙо. Балалар йорто директоры И. Н. Хәлилов уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, былтырғы уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса уҡыу алдынғыларын, балаларҙы намыҫлы тәрбиәләүҙә, балалар йортон төҙөкләндереүгә күп көс һалған хеҙмәткәрҙәрҙе Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе Белем байрамы менән ҡотларға килгән район эске эштәр бүлеге начальнигы Д. Ш. Ханов, БР Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт үҙәге начальнигы урынбаҫары И. М. Үлмәҫҡолов, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар Р. Р. Шириязданов, Ә. И. Мәсәлимова уҡыусыларға уңыштар теләп, балалар йортона принтер бүләк итте. Беренсе класҡа барыусы Эльвина менән Радмир ҙа уҡыу өсөн кәрәк-яраҡтар алды. Балалар осрашыуҙан, байрамдан ҡәнәғәт ҡалдылар.

М.Шайхисламова

Мои статьи | Просмотров: 689 | Author: М.Шайхисламова | Добавил: AskarDD | Дата: 10.02.2013 | Комментарии (0)


1-10 11-11