22:04
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Мосолман донъяһы ҙурлап ҡаршы алған һәм хөрмәтләп үткәргән Ҡорбан байрамы беҙҙен Рауил ауылында ла ололап үткәрелде. Ауылыбыҙҙа күптәр, Хоҙайға рәхмәт әйтеп һәм гонаһтарын ярлыҡауын һорап, ҡорбан салды, ҙур табын йыйып ҡорбан ашы менан һыйланы.

Асҡар балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә "Әхмәт" мәсетендә үткәрелгән Ҡорбан ғәйетенә барҙылар. Ауыл муллаһы Әнүәр апа балаларға изге теләктәр теләне, был тормошта яңылышмаҫ өсөн өгөт-нәсихәттәр әйтте, мосолман дине изге, таҙа, хаҡ дин икәнен, мәсеткә нисек инергә, сығырға, үҙеңде килешле тотоу ҡағиҙәләрен, һәр эште бисмилләһ менән башларға кәрәклеген аңлатты. Һуңынан балалар инәй-апалар, өләсәй-олатайҙар менән бергә ихлас аят тыңланы, хәйер-саҙаҡа таратып, изге теләк теләгән өләсәйҙәргә "рәхмәт", "Алла бирһә", "Аллаға шөкөр", "Амин" тип яуап биреп, уларҙы шатландырҙы. Тәмлекәстәр, йыуаса-бәлештәр менән һыйланып, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә рәхмәттәр әйтеп, рухланып,  күтәренке күңел менән, үҙебеҙгә яңы көс-дәрт алып ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда балалар ни өсөн мәсет Әхмәт исемен йөрөтөүен, серле хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, бында,  хәҙер инде мәсет булған өйҙә, күренекле рәссам Әхмәт Лотфуллин ниндәйҙер ваҡыт йәшәгән, һоҡланғыс картиналарын тап ошо ерҙә ижад иткән икән. Бөйөк рәссамға ғына беҙгә күренмәгән ғәжәйеп тәбиғәт мөғжизәләре асылған. Мәҫәлән, тап уның баш өҫтөнән йәйғор үткән һәм уны Әхмәт Лотфуллин ғына күргән.  

Оло байрам көнө әйтелгән изге теләк-нәсихәттәр, уҡылған доғалар ҡабул булһын! Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен ине, сөнки ул беҙгә, йәш быуынға, был тормошта аҙашмаҫ өсөн бик кәрәк. Иманыбыҙ һәр саҡ юлдащ булһын! Барыһы өсөн дә ауылым халҡына ла, балаларға ла рәхмәт!

Зөһрә Түләбаева, педагог-ойоштороусы

 

 

 

 

Просмотров: 829 | Добавил: AskarDD | Рейтинг: 0.0/0