Мосолман донъяһы ҙурлап ҡаршы алған һәм хөрмәтләп үткәргән Ҡорбан байрамы беҙҙен Рауил ауылында ла ололап үткәрелде. Ауылыбыҙҙа күптәр, Хоҙайға рәхмәт әйтеп һәм гонаһтарын ярлыҡауын һорап, ҡорбан салды, ҙур табын йыйып ҡорбан ашы менан һыйланы.
Асҡар балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә "Әхмәт" мәсетендә үткәрелгән Ҡорбан ғәйетенә барҙылар. Ауыл муллаһы Әнүәр апа балаларға изге теләктәр теләне, был тормошта яңылышмаҫ өсөн өгөт-нәсихәттәр әйтте, мосолман дине изге, таҙа, хаҡ дин икәнен, мәсеткә нисек инергә, сығырға, үҙеңде килешле тотоу ҡағиҙәләрен, һәр эште бисмилләһ менән башларға кәрәклеген аңлатты. Һуңынан балалар инәй-апалар, өләсәй-олатайҙар менән бергә ихлас аят тыңланы, хәйер-саҙаҡа таратып, изге теләк теләгән өләсәй
...
Читать дальше »