16:10
Наши гости. Наши спонсоры - отделение ОАО Сбербанк России в с.Аскарово

Асҡар балалар йортона балалар менән аралашырға, уларҙың нисек тә булһа күңелдәрен күрергә тигән ниәт менән килеүсе ағайҙар, апайҙар йылдан-йыл күбәйә.

Яңыраҡ ҡунаҡҡа Сбербанк хеҙмәткәрҙәре - Ғиниәтов Заһир Ғәлләм улы һәм Әсәҙуллин Айгиз Сәлих улы килеп ҡайттылар.

Спорт залында ҡунаҡтарҙы сабырһыҙ көткән балалар ағайҙарҙы күргәс тә дәртләнеп киттеләр, улар менән төрлө темаға аралаштылар, нимә менән ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һөйләнеләр. Ихлас аралашҡандан һуң,  ике командаға бүленеп спорт ярыштарында ҡатнаштылар.

Балалар күңелсәк, шаян ағайҙарын яратып та өлгөрҙө, уларҙы бер ҙә ҡайтарырға теләмәне. Сбербанк хеҙмәткәрҙәре буш ҡул менән килмәгәндәр ине - улар балаларҙы торт, арбуз менән һыйланы.

Осрашыу аҙағында Заһир Ғәлләм улы һәм Айгиз Сәлих улы тағы ла Яңы йыл байрамында күрешергә һүҙ биреп ҡайтып киттеләр.

Гүзәлиә Ғибәҙәтова, тәрбиәсе

 

Просмотров: 539 | Добавил: AskarDD | Рейтинг: 0.0/0