20:49
Наши мероприятия. "Праздник курая"

Башҡортостан - гөлбостан, сөмбөлостан, нурбостан,

Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан!

(Ш.Бабич)

Беҙҙең Асҡар балалар йорто Башҡортостан Республикаһы көнөн киң билдәләп үтте. Был байрам айҡанлы ун көнлөлөк иғлан ителгәйне. Иң алда һәр төркөмдә, ә улар дүртәү, ғәзиз еребеҙгә арналған стена газеталарын сығарыу һәм һүрәт төшөрөү конкурстары үтте. Һәр төркөм был эште ҙур яуаплылыҡ менән ихлас башҡарып сыҡты, бигерәк тә, бәләкәй малайҙар төркөмө үҙҙәренең әүҙемлеге, ижади ҡарашы, оҫталығы менән айырылып торҙо. Шулай уҡ йыр, бейеү һәм шиғырҙар бәйгеһе үткәрелеп, иң-иңдәре дөйөм үткәреләсәк "Ҡурай байрамы"на һайлап алынды.

Һәр төркөмдә тәрбиәселәр асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрестәр үҙҙәренең мауыҡтырғыс йөкмәткеһе, яңы мәғлүмәт һәм белем биреүҙәре , сағыу формалары менән айырылып торҙо. Бигерәк тә, Рысҡужина Алһыу Әхмәҙулла  ҡыҙының "Башҡорт орнаменттары" исемле дәресе  күрһәтмә материалдарының (түшәк-юрғандар, һауыт-һаба, кейем-һалым) күплеге һәм йыйнаҡ, матур булыуы менән айырылып торҙо. Әйтерһең дә, беҙ башҡорт өйөнә барып инеп, уның хужалыҡ төрҙәре (малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ һ.б.), көнкүреше, ҡул эштәре менән танышып сыҡтыҡ.

"Ҡурай байрамы" Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимнын аяҡ үрә баҫып ҡушылып йырлауҙан башланып китте. Был мәлдә беҙ бер бөтөн инек, берҙәмлек һәм ғорурлыҡ тойғолары кисерҙек. Тыуған ер йылыһы, халыҡтар татыулығы нисек ҡәҙерле!

Кисә Ватаны өсөн йән атып ғүмерен фиҙа ҡылған бөйөк башҡорт шағиры Ш.Бабичтың Ҡурайҡайға шиғыры менән дауам итте.

Балалар йортоноң музыкаль етәксеһе Вәлиев Ильфир Ғәйнулла улы үлән ҡурайҙы һамаҡлап ҡырҡып алып, тишектәр уйып, ҡурайҙа моңло итеп уйнап ебәреүе балалар өсөн бик ҙур асыш булды тиһәм бер ҙә арттырыу булмаҫ. Был уларҙың осҡон сәскән күҙҙәренән куренеп тора ине. Һуңынан балалар үлән ҡурайҙы тотоп һыҙғырып та ҡаранылар. Ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәр өсөн беҙҙә ҡурай түңәрәге лә эшләп килә.

Байрам буйына башҡорт халҡын бар донъяға таратҡан мәшһүр ҡурайсыларға һәм дәүләт символына, илемдең йөҙөк ҡашына әйләнгән ҡурайға мәдхиә уҡыу дауам итте:

Халҡымдың моң шишмәһе һин,

Йөр тауышлы ҡурайым.

Милли моңға йән өрөүсе

Әл дә һин бар, ҡурайым!

Тыуған еребеҙ  Башҡортостанға арналған ун көнлөлөк йомғаҡлау линейкаһы менән тамамланды. Төрлө конкурстарҙа еңеп сығыусы балаларға татлы бүләктәр һәм һәр төркөмгә грамоталар, ә уҙенсәлекле, матур дәресөлгөләре күрһәтеүсе тәрбиәселәргә - Рысҡужина Алһыу Әхмәҙулла ҡыҙы, Никитина Миңзәлә Ғәли ҡыҙы, Никитина Регина Рәсих ҡыҙына Рәхмәт хаттары тапшырылды.  

Тыған ер бер генә, ғәзиз генә! Ҡәҙерен беләйек һәм халҡыбыҙҙың лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булып үҫәйек. Тыуған көнөң менән Ватаным!

Зөһрә Түләбаева, педагог ойоштороусы

 

 

 

 

Просмотров: 655 | Добавил: AskarDD | Рейтинг: 0.0/0