22:05
"Письмо Деду Морозу". "Ҡыш бабайға хат".

Ҡыш бабай саҡырҙы ҡунаҡҡа.

Эй серле, мөғжизәләргә бай ҡыш миҙгеле! Һине меңәрләгән бала түҙемһеҙләнеп көтөп ала, хатта ҙурҙар ҙа - сөнки һиндә бит күптәрҙең иң яратҡан байрамы - Яңы йыл. Кескәйҙәрҙең бүләк-күстәнәстәр алып ҡыуаныуҙарына атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр үҙҙәре лә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә. Тауҙан санала елеү, һырғалаҡта йөрөү, саңғыла шыуыу, ябалаҡлап яуған ҡарға ҡарап ойоп тороу, һәр төрлө ҡар бөртөктәренең  төҙөлөшенә ғәжәпләнеп шаҡ ҡатыу, аҡ шәл бөркәнгән ағастарға һоҡланыу тиһеңме - бөтәһе лә Ҡыш бабай яһаған мөғжизә бит!

Шул мөғжизәне беҙҙең балалар яңыраҡ үҙҙәре күрҙе.  Өфө ҡалаһын үҫтереү йәмғиәт фонды (общественный фонд развития города Уфы) "Ҡыш бабайға хат" балалар проекты сиктәрендә ойошторған Яңы йыл шыршыһына саҡырҙы. Асҡар балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Крапивина Марина, Ибраева Регина, Крапивин Андрей, Шәйхетдинов Басир Ҡыш бабайға үҙҙәренең еңеүҙәре, асыштары, эшләгән изге эштәре, ҡыуаныс-шатлыҡтары тураһында хат яҙып ебәрҙеләр.  

Бөтә Башҡортостандан, хатта Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ебәрелгән хаттарҙың иң-иңдәрен һайлап алып, Ҡыш бабай байрам шыршыһына баш ҡалабыҙ Өфөгә саҡырҙы.  Иң-иңдәр араһында Шәйхетдинов Басир менән апайы Зарема ла бар ине.

8 ғинуар көнө Конгресс-холл бинаһында үтәсәк Яңы йыл байрамына таң менән үҙ эшенең оҫтаһы булған водителебеҙ Әхмәтов Ташбулат ағай менән юлға сыҡтыҡ. Бер ыңғайы балаларҙы юлға йыйырға ярҙам иткән тәрбиәселәребеҙгә, етәкселәребеҙгә рәхмәт әйтке килә. Бигерәк тә балалар өсөн йән атып барыһын да эшләргә әҙер булған директорыбыҙ Илдус Нуретдин улына,  кескәй малайҙар төркөмө тәрбиәсеһе Гүзәлиә Яхъя ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

О, ундағы шыршы-ҡупшыҡай, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары, клоундар менән бергә үткәрелгән бал-маскарад, төрлө уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр! Һүҙ менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Балалар ҙа байрамға ныҡлы әҙерләнеп килгән - төлкө-ҡуяны ла, күбәләге лә, аждаһаһы ла булды.

Һуңынан Конгресс-холлдың ҙур залында кескәйҙәр өсөн әкиәт күрһәтелде. Рәсәй телеканалында барған "Голос" музыкаль проектына оҡшатып эшланелгәйне ул. Йыр бәйгеһендә ат, аждаһа, ҡуян һәм йыл хужаһы кәзә ҡатнашты. Матур сараны ҡомаҡ һәм уның командаһы боҙорға тырышты. Тик йыр-моң барыһын да берләшиерҙе, татыулаштырҙы. Бәйгелә лә бергәләп башҡарған дуҫлыҡ йыры еңеп сыҡты. Ҡыш бабай һәр балаға бер моҡсай күстәнәс тә әҙерләп ҡуйғайны.

Әбйәлил районы буйынса тағы ла Тал-ҡусҡары ауылынан Баһаува Таңсулпанға, Асҡар ауылынан Хәйбуллина Гүзәл менән Хисәметдинова Рушанаға был матур байрамда ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Тышта 30 градуслыҡ һалҡын булһа ла Басир менән Зареманың күңелендә баәрам, ә йөҙҙәрендә бәхетле йылмайыу ине.

Зөһрә Түләбаева, педагог ойоштороусы

Просмотров: 1307 | Добавил: AskarDD | Рейтинг: 0.0/0