Ҡыш бабай саҡырҙы ҡунаҡҡа.

Эй серле, мөғжизәләргә бай ҡыш миҙгеле! Һине меңәрләгән бала түҙемһеҙләнеп көтөп ала, хатта ҙурҙар ҙа - сөнки һиндә бит күптәрҙең иң яратҡан байрамы - Яңы йыл. Кескәйҙәрҙең бүләк-күстәнәстәр алып ҡыуаныуҙарына атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр үҙҙәре лә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә. Тауҙан санала елеү, һырғалаҡта йөрөү, саңғыла шыуыу, ябалаҡлап яуған ҡарға ҡарап ойоп тороу, һәр төрлө ҡар бөртөктәренең  төҙөлөшенә ғәжәпләнеп шаҡ ҡатыу, аҡ шәл бөркәнгән ағастарға һоҡланыу тиһеңме - бөтәһе лә Ҡыш бабай яһаған мөғжизә бит!

Шул мөғжизәне беҙҙең балалар яңыраҡ үҙҙәре күрҙе.&nbs ... Читать дальше »

Просмотров: 1306 | Добавил: AskarDD | Дата: 14.01.2015 | Комментарии (0)